Республикала «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә» хәрәкәте әүҙем эш алып бара

Республика тегенселәре лә хәрби рельстарҙа. «Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә».ирекмәндәр хәрәкәтенә Салауат, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары, Нуриман һәм Өфө райондары вәкилдәре ҡушылған. 3 йыл эсендә генә Өфөлә урынлашҡан 5 теген цехынан алғы һыҙыҡҡа 120 меңдән ашыу экипровка һәм амуниция кәрэк - яраҡтары әҙерләп оҙатылған..Йөрәк йылыһын һалып махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бында цех ишеген атлап инеүсе һәр кемгә шаттар, айырыуса йәштәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршылайҙар. Теген өлкәһендә ярайһы тәжрибә туплаған көмөш ирекмәндәр уларҙы үҙҙәре белгән һөнәрҙәргә өйрәтә. Етенсе класс уҡыусыһы Даша шунда уҡ теген машинаһы артына ултырҙы. Өфөнөң 18-се мәктәбе уҡыусыһы Еңеүгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүе менән бәхетле.

Дашаның йәнәшәһендә Әминә Бикмөхәмәтова һалдаттарға йылы өҫ кейеме тегеү менән мәшғүл. Ғүмер буйы хәрби тәртип буйынса эшләгән һәм йәшәгән ханым алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ихлас ярҙам итә.

Светлана Ямалетдинова хаҡлы ялға сыҡҡансы туй күлдәктәре салонында эшләй Махсус хәрби операция башланғвс ул яратҡан һөнәренә яңынан ҡайта. Уның эш тәжрибәһе производство күләмендә һалдаттарға йылы өҫ кейемдәре тегеү мөмкинлеге бирә. Артып ҡалған тауар киҫәктәрен дә сүплеккә ташламайҙар:йылы ҡорама ҡорайҙар, носки, юрған тегеләр.Ирекмән ҡатын - ҡыҙҙар йорт эштәрен теүәлләү менән теген цехына ашыға.Кемдер бер-нисә сәғәткә , ә Гөлсинә Үләмәева аҙнаның биш көнөндә лә иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем теген машинаһы артында эшләй.

Теген машиналары тауышына эштәре лә көйлө бара. Йылы эс кейемдәре, флис башлыҡтар, ойоҡбаштар, маскировка селтәрҙәре, биштәрҙәр, алғы һыҙыҡтағылар өсөн йәмғеһе өс тиҫтәнән ашыу тауар төрө.

«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләр өсөн бәйләй һәм тегә» ирекмәндәр хәрәкәте теген цехтарында эшләү өсөн ярҙамсылар һәм яңы көстәр ҡушылыуын көтә. Тауар һәм материалдар һатып алыуға бағыусылар ярҙамы ла көнүҙәк.

Был штангалағы төргәктә йылы флис материал, ә арыраҡ өҫ кейеме бесеүселәр лейкалалар ярҙамында теүәл һыҙма эшләйҙәр. Был өҫтәлдә ҡылыс-ҡайсы ярҙамында алты тиҫтәгә яҡын өҫ кейеме бесергә мөмкин.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ