Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Косолапов менән осрашты.
Яңы тәғәйенләнгән вәкил ведомствоның республикалағы эшенә туранан-тура етәкселек итәсәк һәм үҙ бурыстарын үтәүгә тотонған да инде. Фекер алышыу барышында яҡтар легаль булмаған пассажир ташыусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу, юлдарҙа ҙурлыҡ-ауырлыҡ контроле системаһын үҫтереү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.





