Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ринат Шәхметдин улының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Ринат Байымовҡа 64 йәш ине, ул сығышы менән Силәбе өлкәһенән. Уның тураһында ысын мәғәнәһендә төрлө яҡлы шәхес булараҡ фекер йөрөтәләр. Киностудияны етәкләй, күп кенә сараларҙа йырсы булараҡ сығыш яһай, уның визит карточкаһы булып «Башҡортостан» йыры тора. 1998-2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының симфоник оркестры солисы була. Һуңғы йылдарҙа Ринат Байымов Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды менән етәкселек итә.





