Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған саралар илдең төрлө төбәктәрендә уҙҙы. Өфөлә ул әҙиптең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Республика Профсоюздар йорто алдында урынлашҡан скульптура алдында шағирҙың үҙе уҡыуындағы әҫәрҙәр ҙә яңғыраны. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фондының быйылғы лауреаттары тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мостай Кәрим һәйкәле алдындағы майҙан байрамса биҙәлде. Халыҡ шағирының әҫәрҙәренән торған программа тотош баш ҡала урамдарын яңғыратты. Улар матур бер гөлләмәне хәтерләтте. Һәр ҡайһыһы үҙенсә яҡын, үҙенсә ҡәҙерле лә.
Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған саралар, шулай уҡ әҙиптең белем алған университетында ла гөрләп үтте. Халыҡ шағирының әҫәрҙәренән торған әҙәби-музыкаль композициялар Мостай Кәрим ижад иткән башҡорт теленән тыш, донъя телдәрендә лә яңғыраны.
Әҙиптең тыуған көнөндә һәләтле йәштәргә шағир исемендәге грантты тапшырыу ҙа күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл уға эйә булыусылар сафы тағы ла ике исем менән тулыланды. Мәртәбәле дипломға Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары Юлдаш Мусин менән Илзидә Асаинова лайыҡ булды. Йәштәр фекеренсә, абруйлы награда оло яуаплыллыҡ өҫтәй һәм яңы ҡаҙаныштарға этәргес булып тора.
Студенттар бар яҡлап та алдынғы. Уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә лә уңыш ҡаҙанып, университет намыҫын республика һәм ил кимәлендә лә яҡлаған. Һәм ошо кимәлдә шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова тағы ла ныҡлы баҫып торорға өндәне.
Азат Ғәлиуллин





