Байрам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр сыға торған сатира һәм юмор журналы тоғро дуҫтарын, авторҙарҙы һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Юбилей сараһында журналға яҙылыу ҙа ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ул донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә. Артур Василов-«Һәнәк» журналының художество мөхәррире. 25 йылдан ашыу юмористик баҫма биттәрендә уның карикатуралары донъя күрә. Һүрәттәр ябай, шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле булырға тейеш. Сюжеттар өсөн идеяларҙы көндәлек ваҡиғаларҙан алам, ти рәссам.
Һүрәттәр яңы булһа ла, темалар, көлөү өсөн сөбәптәр иҫкермәй. Быны журналдың юбилейына әҙерләнгән карикатуралар күргәҙмәһенән дә күрергә була. 100 йыл дауамында юмористик баҫма биттәрендә донъя күргән һүрәттәр бер урынға тупланған.
Тәүге тапҡыр баҫма 1925 йылдың сентябрендә «Яңы ауыл» гәзите ҡушымтаһы булараҡ донъя күрә. «Һәнәк» биттәрендә билдәле шағир-яҙыусылар төрлө псевдонимдар аҫтында сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр, шиғырҙар, хикәйәләр, очерктар һәм фельетондар яҙа. Баҫма тиҙ арала халыҡ араһында киң танылыу яулай. Һанлаштырыу һәм яһалма интеллект осоронда ла журналдың ҙур булмаған, әммә ижади коллективы үҙенсәлекле рубрикалары менән уҡыусыларын ҡыуандыра.
Бер быуатлыҡ юбилейын «Һәнәк» журналы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында билдәләне. Байрамға танылған юмор оҫталары, шағирҙар, яҙыусылар һәм журналистар, баҫманың тоғро дуҫтары йыйылды. Журналдың төп символы менән барыһы ла фотоға төшөргә ашыҡты.
Коллегаларын ҡотларға башҡа төбәк нәшриәтселәре лә килде. Әлеге ваҡытта сатирик журналдарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ һәм был «Һәнәк»те ниндәйҙер кимәлдә уникаль итә.
Бер быуатлыҡ юбилейға арналған байрам сараһында журналдың әлеге хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Көлкө ғүмерҙе оҙайта, тигәндәй юмор һәм шаяртыуҙарға һуғарылған концерттан һәр кем көс-дәрт алып, күтәренке кәйеф менән таралды.
Әлфинә Килдейәрова




