Баш ҡалаллағы шәхси мәктәп педагогы телешоуҙың 4-се миҙгеленең ете финалисы иҫәбенә ингән. Тарих фәне дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Юлиә Садиҡова үткәнде- заманса алымдар ҡулланып аңлатҡанға, уҡыусылар теманы еңел үҙләштерә.
Быйыл конкурсҡа ете меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән.Ҡатнашыусылар тест үткән һәм артабанғы баһалама комиссияға видеовизитка әҙерләгән. Видеояҙмала Юлиә Садиҡова тамашасыларға Шүлгәнташ мәмерйәһенең хозур тәбиғәте һәм бай тарихы тураһында «Урал батыр» эпосы аша һөйләгән.
Юлиә Наил ҡыҙы һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, алты меңдән ашыу ҡатнашыусыны уҙып киткән.
35 педагог араһынан ете финалисты халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлаған. Улар биология, рус теле һәм әҙәбиәте, физика, математика, химия, география һәм тарих предметы уҡытыусылары.
Юлиә Садиҡова шулай уҡ «Педагогик стендап лигаһына» нигеҙ һалыусы.
«Илдең иң яҡшы медиапедагогы», «Кеше тәрбиәләү-2023», «Мәғарифта йылдың шәхси бренды-2023»-ете йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге осоронда ул төрлө конкурстарҙа ҡатнашып шулай уҡ еңеү яулаған.
Рәмилә Исмәғилева



