Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы

Ҡатмарла һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы. Барлығы 3 миллион 800 мең тонна иген һуғылған, был күрһәткес уҙған йыл менән сағышырғанда ярты миллион тоннаға күберәк. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләнде.

Уңдырышлылыҡ буйынса Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алдынғы урында, гектар ҡеүәте 40 центнерҙан ашып киткән. Сағыштырып ҡарағанда, республика буйынса уртаса күрһәткес-27 центнер. Техник культуралар, йәшелсә, картуф йыйыу ҙа тамамланыу алдында. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса эштәр 90 процентҡа, ә майлы культуралар 70 процентҡа теүәлләнгән.

Иген һәм майлы культураларҙы йыйғандан һуң, киптерергә, эшкәртергә кәрәк. Бөгөн элеваторҙар һәм ауыл хужалығы предприятиеларындағы майҙандар етерлек күләмдә. Киптереү комплекстары тәүлегенә 70 мең тонна сеймал эшкәртә ала. Шуға күрә уңышты йыйғандан һуң, уны әҙерләү, эшкәртеү буйынса саралар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ