Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте

Һирәк, күп төрлө һәм уникаль. Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте. Рәсәй төбәктәренән тиҫтәләрсә ҡатнашыусы ҡулдан эшләнгән хәрби һәм фантастик техника, меңәрләгән автомобиль моделдәрен тәҡдим итте. Күптәр өсөн сара бер үк ваҡытта тәжрибә уртаҡлашыу һәм ярыш майҙансығы ла. Күргәҙмәгә ҡуйылған һәр модель артында ҡыҙыҡлы тарих һәм уларҙы ысынбарлыҡтағы техникаға оҡшатып эшләгән оҫталар тора. Сираттағы слет киләһе йыл яҙ уҙғарыу ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ