Баймаҡта «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте

Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбленең 65 йыллығына арналған «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте. Юбилей сараһынан киләһе репортаж.

Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле райондың визит карточкаһы. Улар-республика кимәлендәге сараларҙың даими ҡунаҡтары, төрлө фестиваль һәм конкурс еңеүселәре. 1960 йылда ойошторолған ансамбль 1997-се йылда халыҡ, 2024-се йылда Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы исемен алды. Әлеге мәлдә уны атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев етәкләй.

1982-се 1996 йылдарҙа ҡурайсылар ансамблен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Хәсәнов етәкләй. Ул уҡыусыларында башҡорт милли музыка ҡоралына, халыҡ фольклорына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй. Ошо осорҙа коллектив яңы һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар менән тулылана, репертуар байый.

Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ҡурайсылар ансамбленең 65 йыллығына арналған ижади кисә йылы мөхиттә үтте. Сәхнәлә бер-бер артлы ансамблдең башланғысында торған ветерандар, хәҙерге солистар һәм музыканттар һәм оҫталыҡты яңы быуындарға тапшырғандар сығыш яһаны.

Рүзилә Ғүмәрова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ