Башҡортостан коррекция учреждениелары араһында республика фестивале 19-сы тапҡыр ойошторола. Быйыл ул «Салют» республика реабилитация үҙәгендә уҙҙы. Балаларға ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара 38 коррекция мәктәбенән йыйылған 190 уҡыусыны берләштерҙе. Улар төрлө дисциплиналарҙа ярышты. Ятҡан килеш ҡулда күтәрелеү, скакалкала һикереү, еңел атлетика һәм йөҙөүҙә көс һынашты. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙар биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен дә тәҡдим итте.
Фестиваль сиктәрендә иң шәп шахмат уйнаусы ла асыҡланған. Шулай уҡ быға тиклем балалар дистанцион форматта вокал, хореография буйынса һәләттәрен күрһәткән. Фестиваль еңеүселәрен бүләкләү сараһында республиканың өс коррекция мәктәбенә 100-әр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Улар спорт инвентарҙары, тренажерҙар һатып алыу өсөн ҡулланыласаҡ. Әле Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидлыҡ бирелгән 35 меңдән ашыу бала бар. Уларҙың 6 меңдән ашыуы коррекция мәктәптәрендә белем алһа, ҡалғандары муниципаль белем биреү учреждениеларында уҡый.



