Башҡортостандың иң ҙур элеваторында 77 мең тонна уңыш һаҡлауға һалынған

Үҫтереү генә түгел, уңышты һаҡлау ҙа мөһим. Башҡортостандың иң ҙур һәм заманса элеваторы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Ул 122 мең тонна орлоҡто һыйҙыра ала. Әлеге ваҡытта 77 мең тонна бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар киптерелеп, һаҡлауға һалынған. Биләмәлә төҙөлөш эше лә дауам итә. Яҡын арала орлоҡ үҙәге сафҡа инәсәк, шулай уҡ элеваторҙы тимер юлы менән тоташтырыу өсөн юл һалына. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Элеваторға Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Благовар һәм Ғафури райондары баҫыуҙарынан төрлө культуралар килтерелә. Барыһы ла тәү сиратта лаборатория аша үтә. Бында орлоҡтарға ентекле анализ яһала-дымлылығы, сүплелеге билдәләнә. Шулай уҡ иген запастарын ҡоротоусы бөжәктәр ҙә булмаҫҡа тейеш.

Башҡортостандың иң ҙур һәм заманса элеваторы быйыл сафҡа инде. 18 июль тәүге тапҡыр ужым бойҙайы ҡабул ителгән. Орлоҡтарҙың яҡынса дымлылығы 17-18 процент тәшкил итә. уларҙы һаҡлау айырым иғтибар талап итә. Был тәңгәлдә иген киптереү комплекстары ярҙамға килә. Бында улар дүртәү, һәр береһе сәғәтенә 50 тонна уңышты киптереү ҡеүәтенә эйә.

Агросәнәғәт комплексы объекттарын модернизациялау «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының бер өлөшө. Ҡырмыҫҡалы районыныда был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ике миллиард ярым һумдан ашыу аҡса һалынған. Республика инвесторға инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплаша.

Төҙөлөш эше буласаҡ орлоҡ фонды биләмәһендә лә бара. Әле бинаның металл конструкцияһы йыйыла, эште ноябрҙә тамамлау күҙаллана.

Яңы бинала орлоҡтарҙың сифатын күтәреү, уларҙы үҙебеҙҙең һауа шарттарына яраҡлаштырыу өҫтөндә ентекле эш ойоштороласаҡ, ти хужалыҡ етәкселеге. Сөнки сифатлы орлоҡ-уңыш нигеҙе.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ