Байрам Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәүен, бейеү традицияларын һаҡлауын билдәләне. Милли бейеү көнөндә республиканың төп сәхнәһендә ижади коллективтар сығыш яһаны. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында
Роберт Хәмиҙуллин бейеү менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә профессиональ кимәлдә шөғөлләнә. Әммә уға сәхнәлә сығыш яһауын туҡтатыуға етди йәрәхәт сәбәпсе була.Ләкин ул төшөнкөлөккә бирелмәй. Үҙенең оҫталығын йөҙәрләгән малай-ҡыҙҙарға өйрәтеп башҡорт халыҡ бейеүҙәренә һөйөү уята.
Тормош иптәше Алина Хәмиҙуллина менән бергә ул 13 йылдан ашыу «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамлендә эшләй.Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу оҫталығына ирешер өсөн малай-ҡыҙҙар аҙнаһына өс тапҡыр ошо залда шөғөлләнә. Йәш бейеүселәргә төп талап-ныҡлы ихтыяр көсө һәм берҙәмлек тойғоһо.Уларҙың икеһе лә яҡшы килеп сыға.
Был оҫтахананы хореграф үҙ йортонда асҡан. Боронғолоҡ эҙҙәрен һаҡлаған ыҡсым бүлмәлә ул яңы ҡуйыласаҡ бейеүҙәрҙә ҡулланыу өсөн башҡорт ҡамсылары, ҡылыс-һөңгөләр эшләй.Сәхнә костюмдарына биҙәктәр ҙә тап ошо ижади оҫтаханала уйлап сығарыла. Хореограф фекеренсә, сәхнә кастюмдары халыҡ милли кейеменә мөмкин тиклем яҡын булырға тейеш.
Халыҡ бейеүҙәре быуындар хәтерен һаҡлай, халыҡтың тарихын, көнкүреш үҙенсәлектәрен, йолаларын һәм ата-бабаларҙың донъяға ҡарашын тапшыра, тип билдәләнде Бөтә донъя бейеү көнө айҡанлы ойошторолған конференцияла.
Башҡортостандың иң яҡшы бейеү коллективтары бер сәхнәлә. Бейеүсе һөнәренә илткән һуҡмаҡҡа юлды инде билдәлелек яулаған артистар бала саҡтарынан уҡ һалған. Бар булмышын халыҡ бейеүенә бағышллаусылар бейеү сенғәтенә арналған байрам булдырылыуын юғары баһалай.
Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы Фәйзи Ғәскәров төпкөл ауылдарға экспедицияларға сығып халыҡсан хәрәкәттәрҙе өйрәнеп милли колоритлы сағыу бейеүҙәр ҡуйған. Быуаттар дауамында ла был бейеүҙәр әһәмиәтен юғалтмай яңы офоҡтар аса һәм башҡорт халыҡ сәнғәтенең донъя кимәлендәге абруйын иҫбатлай.
Фәйзи Ғәскәров Башҡортостандың ғына түгел, бөтә донъяның халыҡ бейеүҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Уның ижады һәм эшмәкәрлеге халыҡтарҙы берләштереү һәм милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе пропагандалау символына әүерелде.
Халыҡ бейеүҙәре милли мәҙәниәттең тере кәүҙәләнеше. башҡорт халҡының этник мираҫының үҙенсәлеген һаҡлаусы көс.
Гүзәл Борханова




