Уның төп ҡунағы-ике улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсә-Дилә Мырҙағәлина булды.
Батыр улдар үҫтергән әсәгә бағышланған кисә Ватан һаҡсылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек йылына арналды. Унда Баймаҡ районының «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторҙары, ауыл хакимиәте башлығы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаилә ағзалары, ауылдаштары ҡатнашты.
Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының ике улы, Фаиль Сакин һәм Мозафар Мырҙағәлин, махсус хәрби операция геройҙары. Ҡаһарман яугирҙар Тыуған ил именлеге һәм яҡындарының яҡты киләсәге өсөн үҙҙәрен аямай, иңдәренә төшкән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй.
Әсәнең күңел яралары уңалмаясаҡ, әммә тормош дауам итә. 60 йәшен билдәләүсе рухлы ҡатын-ҡыҙ үҙендә артабан йәшәргә көс табырға тырыша. Дилә Мырҙәғалина улдарының яҡты иҫтәлеге итеп ауыл мәҙәниәт йортона музыкаль аппаратура бүләк иткән.



