Ишембай районы Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәренән һуң тәүге концерт ҡуйылды

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә клубҡа яңы мебель, йыһаздар, музыка ҡорамалдары һатып алынған, урындағы үҙешмәкәр коллективтар костюмдар менән тәьмин ителгән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Әхирәттәр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле солистары яңы милли кейемдәрҙә, дәртле йырҙар, гармун моңдары менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә Ишембай районы Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто йыһаздарын, яҡтыртыу һәм музыка ҡорамалдарын да яңыртҡан. Балалар өсөн айырым уйын зонаһы булдырылған.

Маҡар ауылы мәҙәниәт йортона 2003 йылда нигеҙ һалынған. Федераль проект буйынса ул яҡынса дүрт миллион ярым һумға матди-техник базаһын нығытҡан. Клуб хеҙмәткәрҙәре ауыл активистары менән берлектә эске биҙәкләү эштәрен дә башҡарған.

Мәҙәниәт йорто бинаһында күренекле дәүләт эшмәкәре Әҡсән Мөхәмәтҡолов исемендәге музей ҙа эшләй. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ул яңы йыһаздар менән байытылған.

Мәҙәниәт йортона килгән ҡунаҡтар «Балан байрамы» конкурсында ҡатнашыусыларҙың дәртле сығыштарын да тамаша ҡылды. Конкурсанттар сағыу образдары менән генә түгел, балан емешенән әҙерләнгән ризыҡтары менән дә һөйөндөрҙө.

Сара сиктәрендә билдәле артистар, үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында концерт ойошторолдо. Федераль проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, әүҙем граждандар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Яңыртылған клубта тағы ла күләмлерәк мәҙәни саралар уҙғарыу маҡсаты ҡуйылды.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ