Өфөлә мәктәп уҡыусыларына Мостай Кәрим исемендәге фонд грантары тапшырылды

Бөйөк әҙиптең тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәлә аҡсалата премияға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияның 10 өлкән класс уҡыусыһы лайыҡ булды. Улар араһында республика һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙар, төбәк ижади конкурстарында гран-при яулаусылар, бөтә Рәсәй спорт ярыштары чемпиондары һәм ирекмәндәр бар. Гранттарҙы башҡорт шағирының ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова тапшырҙы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ