Радий Хәбиров Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советы эшендә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәге майҙансығында барған Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сараларында ҡатнашты.

Ҙур сара ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға арналған. Советтың эшлекле программаһының төп ултырышын Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе. Ике дәүләт араһында хеҙмәттәшлек иҡтисади, социаль һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу, индустриаль парктар һәм технологик үҙәктәр асыу, күргәҙмәләр һәм презентациялар үткәреү өсөн шарттар булдырыусы 40-тан ашыу төбәк-ара килешеүгә нигеҙләнгән. Быйылғы сараның көн тәртибендә-сәнәғәт һәм ауыл хужалығы, энергетика һәм электрон сауҙа, транспорт һәм логистика, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Пленар ултырышта төбәк-ара хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тикшерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһындағы хөкүмәт-ара килешеүҙең нөхсәләре менән алмашты.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ