Өфөлә бурыслыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейд үтте

Дәүләт автоинспекторҙары суд приставтары һәм һалым хеҙмәте менән берлектә водителдәрҙе тикшерҙе. Сара махсус комплекс ярҙамында башҡарылды. Ул автомобилдәр ағымынан бурысы булған машиналарҙы табырға ярҙам итә.

Белгестәр иҫкәртеүенсә, һалымын йәки штрафын ваҡытында түләмәүселәргә бурысҡа өҫтәп пеня, мөлкәткә арест, иҫәпте ябыу һәм сит илгә сығыуҙы тыйыу кеүек яза ҡаралған. Әйткәндәй, законды боҙоусыларға бурысты урында уҡ ҡапларға мөмкин. Бының өсөн улар «Налоги ФЛ» ҡушымтаһының шәхси кабинеты менән ҡулланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 1 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса 2024 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләргә кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ