Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар Башҡортостанда дауам итә

Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына бәйле саралар планы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында шағирҙың һайланма әҫәрҙәренән торған китаптың исем туйы үтте.

Филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов тарафынан тупланған баҫма киң ҡатлам уҡыусыһына тәғәйенләнгән. Шағирҙың балалыҡ һәм шәкерт йылдарында яҙылған әҫәрҙәренә айырым иғтибар бүленгән. Миңлеғәле Хөсәйен улы Ғәли Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлы менән студент ваҡытынан ҡыҙыҡһына. Диплом эшен дә башҡорт мәғрифәтсеһенә арнаған. Йылдар дауамында алып барылған ғилми хеҙмәт нигеҙендә ул төрлө баҫмалар нәшер итеүгә өлгәшә. Сираттағы фәнни эш үҙе өсөн дә бик күп яңылыҡ асҡан. Китаптың исем туйы сиктәрендә федераль үҙәк фондында һаҡланған шағирҙың ҡулъяҙмалары, төрлө йылдарҙа ғалимдар тарафынан өйрәнелгән хеҙмәттәрҙән торған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо.

Волна
Акции БСТ