Уларҙың һәр береһе үҙенең көсөн һәм ваҡытын берләштереп, уртаҡ маҡсатҡа үҙ өлөшөн индерә. «Көмөш» йәштәге ирекмәндәр яугирҙар тураһында хәстәрлек күреү өсөн, һәр буш минутын бергә үткәрә. Волонтерҙар хәрәкәтендә 100-гә яҡын кеше. Улар араһында һуғыш балалары ла бар. Еңеүҙе яҡынайтыуға студенттар ҙа әүҙем ҡушыла. Хәрәкәт ағзалары әйтеүенсә, һәр бер әйбер фронттағы һалдаттар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был уларға рух ныҡлығын һаҡларға һәм илебеҙҙе яҡларға көс бирә. Стәрлетамаҡ халҡының берҙәмлеге ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Рухи яҡтан яугирҙарға мәктәп уҡыусылары ла ярҙам итә. Ошо йәһәттән Стәрлетамаҡ «Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» мәғрифәтселек марафонына ҡушылды. Улар ил именлеге һағындағы республиканың хәрби подразделениелары байрағын Салауат курсанттарынан ҡабул итте. Тантаналы митингта ҡала кадеттары һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон быйыл февралдә Өфөнөң Совет майҙанында старт алғайны. Проект данлы үткәндәрҙе иҫләргә һәм йәштәрҙе ватанға хеҙмәт итеүгә илһамландырырға ярҙам итә.



