Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына улар драматург Сәрүәр Суринаның «Зәйтүнә» спектаклен тәҡдим итте. Ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән премьера әҫәре Миәкә районынан Зәйтүнә Әлибаеваның батырлығы тураһында. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙары менән тиңһеҙ алышта Ҡалмыҡ ерендә һәләк була. Рәсми документтарҙа ул тиҫтәләрсә йыл хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Эҙәрмәндәр отряды ярҙамында шәхесе асыҡланғас элемтәсе мосолман ҡанундары буйынса ҡабат ерләнә. Бөгөн Зәйтүнә Әлибаева ике республиканы Бөйөк Ватан һуғышы хәтере менән бәйләп тора.
Художестволы образға тиклем үҫтерелгән ҡаһарман яҡташыбыҙҙың, ниһайәт, исеме мәңгеләштерелде. Күптән түгел, Зәйтүнә Әлибаеваның туғандарына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ордены тапшырылды. Яҡташыбыҙҙың батырҙарса һәләк булған Ҡалмыҡ республикаһы Садовое ауылының бер урамына Зәйтүнә Әлибаеваның исемен йөрөтә, биләмәлә һәйкәл дә ҡуйылған.




