Энергетика, ауыл хужалығы һәм спорт өлкәһендә инвестиция проекттары. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә «Инвестиция сәғәте» үтте.
Ишембай районында электр генератор системалары һәм газ поршенлы ҡоролмалар етештереү ҡарала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 320 миллион һум йәлеп итеү күҙаллана. 18 кешегә эш урыны барлыҡҡа килер тип көтөлә. Киләһе йыл шулай уҡ Өфө биләмәһендә хоккей майҙансын үҙ эсенә алған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөрөгә тейеш. Проект буйынса көтөлгән инвестициялар күләме 101 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Бында 30 кеше эш менән тәьмин ителәсәк. Салауат районында иһә бағры балығы үрсетеү буйынса ферма барлыҡҡа килеүе ихтимал. Проект авторы таныштырыуынса, капитал һалыу күләме яҡынса 48 миллион һум. Андрей Назаров башланғыстарҙы хупланы һәм уларҙы өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының төбәк исемлегенә индерергә тәҡдим итте.



