Ассортимент башлыса ир-егеттәр өсөн тәҡдим ителгән янсыҡ, сумка, билбау кеүек әйберҙәрҙән тора. Барыһы ла милли стилдә эшләнгән. Махсус урын Башҡортостан башлығының креатив индустрия вәкилдәре менән осрашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шулай уҡ асҡыс өсөн янсыҡтар, күҙлек өсөн ҡумта, документ өсөн тышлыҡтар һәм башҡа күп төрлө әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Барыһы ла ҡулдан, күндән эшләнгән.
Оҫтанаханаға Азамат Юлдашбаев нигеҙ һалған. Ул йәмәғәтселек араһында үткер ҡәләмле журналист булараҡ билдәле. Әммә, әлеге шөғөлө эшмәкәрлеген ҡырҡа үҙгәртә.
Маркетплейстарҙан тыш, хәҙер эшҡыуар үҙ продукцияларын Өфө үҙәгендә лә тәҡдим итә. Республика етәкселеге тарафынан сауҙа нөктәһе Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендәге бинанан бүленә. Ҡарар Радий Хәбировтың баш ҡалала халыҡ художество кәсептәре оҫталары тауарҙарын һата алырлыҡ урындар булдырыу буйынса йөкләмәһенән һуң ҡабул ителә.
Сауҙа урыны эшҡыуарға бушлай бирелгән.
Сауҙа нөктәһендә Төньяҡ Амурҙарына һәм легендар Башҡорт дивизияһы комдивына арналған сувенирҙар һатыуға сығарылған. Ижади индустрия менән туризм өлкәләре йәнәш үҫешә тип әйтергә кәрәк. Ҡулдан эшләнгән сифатлы тауарҙар туристар иҫтибарын да йәлеп итә.
Азат Ғәлиуллин



