Көрәш һарайында үткән сарала министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәт берекмәләре етәкселәре, Рәсәйҙең билдәле спортсылары һәм тренерҙары, сит илдәр – Афғанстан, Һиндостан һәм Үзбәкстандан вәкилдәр ҡатнашты. Спорт инфраструктураһы үҫеше, төрлө дисциплиналар буйынса ҙур ярыштарҙы үткәреү, шулай уҡ атлеттарға һәм тренерҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсултанов сәләмләне. Ул Башҡортостанда спорт тармағы үҫешенә юғары баһа бирҙе.
“Рәсәйҙең Спорт министрлығы ярҙамында спорт тармағын әүҙем үҫтерәбеҙ. Биш йыл эсендә 1400-ҙән ашыу спорт объектын сафҡа индерҙек. Башҡортостан – уларҙың һаны буйынса илдә тәүге өс лидер иҫәбендә”, - тине Радий Хәбиров
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операция ветерандарын спортҡа йәлеп итеү. Республикала махсус хәрби операция ветерандарының спорт командаһы булдырылған. Улар 10 спорт төрө менән шөғөлләнә.
Республикала “Ауыл тренеры” һәм “Ҡала тренеры” программалары тормошҡа ашырыла. Киләһе йылдан 22 белгес республика ярҙамында федераль түләүҙе аласаҡ. Бынан тыш, 58 спортсы һәм 30 тренер ғүмерлек стипендия менән тәьмин ителгән. Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы вице-президенты Георгий Брюсов.
Яҙма- Брюсов
“Советтың Республика көнө алдынан үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә”, - тине Рәсәй Геройы, 3 тапҡыр олимпия чемпоны Александр Карелин.
Бөгөн ҡала һәм райондарҙа ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн 12 майҙансыҡ асылды. Бынан тыш, Өфөлә, Ағиҙел буйында, күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Совет ултырышы барышында физкультура һәм спорт үҫешенә тос өлөш индергән тренерҙарға дәүләт бүләктәре тапшырылды.




