Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тармаҡ эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Тантана Хәсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында үтте. Республика етәксеһе тармаҡтың төп предприятиеһы булған «Башавтотранс» йәмғиәтенең төбәктә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙа мөһим урыны биләүен билдәләне. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала йәшәүсе һәр дүртенсе кеше «Башавторанс» автобустары менән файҙалана. Былтыр ғына предприятие автобустарына 125 миллион пассажир ултырған. Сағыштыру өсөн-2018 йылда был күрһәткес 80 миллион тәшкил иткән булған. Әле күптән түгел генә предприятие ауыр финанс хәлендә ине. Республика башлығы ҡатнашлығында үҙ ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителеү һөҙөмтәһендә, дәүләт транспорт учреждениеһы күрһәткестәре бермә-бер яҡшыра.
Тантанала предприятиеның барлыҡ муниципалитеттарҙағы филилалдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, почетлы исемдәр тапшырылды. Хеҙмәт алдынғыларына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.




