Мәскәүҙең «Сэсэн» ижади берләшмәһен Белоруссия тамашасыһы алҡышланы

Әлфиә Агеева етәкселегендәге коллектив составында рәссамдар, шағирҙар, бейеүселәр, кондитерҙар һәм флористар сығыш яһай. Минск ҡалаһына улар «Шишмә» Халыҡ-ара татар-башҡорт йәмғиәте саҡырыуы буйынса барған. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Осрашыуҙа Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының Беларусь республикаһы менән эшләү буйынса хеҙмәттең баш белгесе Тимур Белалов та ҡатнашты. Эшлекле аралашыу ваҡытында ойошмалар тураһында мәғлүмәт еткерелде, милләтәштәребеҙ бай мәҙәни программа тәҡдим итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ