Ул конвейер рәүешендә эшләй һәм барлыҡ манипуляцияларҙы ла үҙаллы атҡара. Рәсәйҙәге тәүге комплекслы линия эше менән Башҡортостан башлығы танышты.
Автоматик ҡоролма кешене тулыһынса алыштыра алмаһа ла, эште күпкә еңеләйтә. Яһалма интеллект системаһы ҡуйылған аппарат анализдағы патологияны асыҡлап, табипҡа ебәрә ала.
Быйыл сафҡа индерелгән автоматик трек системаһы лаборатор процестарҙың барлыҡ этаптарын берләштереп, тәүлегенә 10 меңгә яҡын анализ эшләү һәләтенә эйә. Заманса система тикшеренеүҙәр ваҡытын 40 процентҡа ҡыҫҡартып, етештереүсәнлекте өҫтәмә штатһыҙ арттырыу мөмкинлеге бирә.
Лабораторияға биоматериал 85 медицина ойошмаһынан килтерелә. Был халыҡҡа юғары технологиялы диагностикаға юл асыла тигән һүҙ. Белгестәр фекеренсә, дауалау һөҙөмтәһенең 70 проценты анализдар сифатына бәйле. Яңы лабораторияла кеше факторы мөмкин тиклем кәметелгән. Башҡортостан башлығы яңы ҡоролманың мөмкинлектәрен юғары баһаланы.



