«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы берләштерҙе

Эксперттар фекеренсә, Башҡортостан властары инвалидтарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән сәйәсәтте эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Инклюзив мөхит, белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыу һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеү ошо сәйәсәттең мөһим өлөштәре. Шарттар инвалидтар төбәк тормошоноң төрлө өлкәләрендә әүҙем ҡатнаша алһын өсөн тыуҙырыла.

Төбәктә инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға айырым иғтибар бүленә, ти эксперттар. Республикала бындай балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн төрлө льготалар тупланмаһы ғәмәлдә. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы ла ошо категория балаларға арналды һәм сара майҙансығы итеп «Салют» реабилитация комплексы ла бушҡа ғына һайланмаған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ