Был турала республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Башҡортостан «Иң яҡшы күп функциялы үҙәк» конкурсының өс номинацияһында беренсе урындарға лайыҡ булған. Радий Хәбиров коллективты ҡотлап, «был уңыш-күп функциялы үҙәкте камиллаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең законлы һөҙөмтәһе»,- тип яҙған. Йыл һайын төбәктең күп функциялы үҙәктәренә 3 миллиондан ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың уңайлығы өсөн яңы офистар асыла, хеҙмәттәр исемлеге киңәйтелә, уларҙы шул иҫәптән электрон рәүештә лә алырға мөмкин.



