Улар колледж, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары. Бөгөн Радий Хәбиров һәм хәрәкәт вәкилдәре ҡатнашлығында йыл йомғаҡтары барланды. Сарала республика башлығы йәйгеһен аҡса эшләргә һәм тәжрибә тупларға теләгән йәштәр, эш биреүселәр өсөн берләшмәнең мөһимлеген билдәләне. Әле Башҡортостанда 140 отряд эшләй. Хеҙмәт семестры һөҙөмтәләренә ярашлы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Южный ветер» отряды, Башҡортостан студенттар отряды тарихында тәүге тапҡыр «Бөтә Рәсәй хеҙмәт проекты» байрағына лайыҡ булған.



