Был изге эштә көмөш ирекмәндәр ҡатнаша. Бәйләү өсөн натураль еп күптән түгел грант аҡсаһына һатып алынған.
Бәйләнгән ойоҡбаштар, баш кейеме- етлекмәй тыуған балалар өсөн. Бәйләү өсөн еп тәбиғи, сифатлы булырға тейеш. Ун йылға яҡын ошо кәсеп менән шөғөлләнгән апайҙар быны яҡшы белә.
Буш ваҡыттаранда сабыйҙар өсөн бәйләм бәйләгән ирекмәндәр һәр күҙгә йылы һалып, бөтә ихласлығын биреп эшләй. Сөнки был кейемдәр етлекмәй тыуған сабыйҙы йылытып ҡына ҡалмай, уларға ыңғай тәьҫир итә. Был медицинала иҫбатланған, ти фонд етәксеһе Фәйрүзә Латипова.
Сабыйҙар өсөн бәйләнгән комплекттар республиканың бала табыу йорттарына, перинаталь үҙәктәргә тапшырыла. Сеймал өсөн ғәҙәттә фондтан аҡса бүленә килһә, күптән түгел ошо маҡсатта грант яуланған.
тәбиғи йөндән яҡынса йөҙ комплект бәйләнәсәк. Ваҡытынан алда тыуған сабый тәрбиәләгән әсәйҙәр фондта абилитация үтә. Йәш тә өс айлыҡ Бәхтийәрҙең донъяға килгәс тә тәүге кейеме тап ошонда бәйләнгән комплекттан булған.
Етлекмәй донъяға килгән баланың нервы системаһы формалашып өлгөрмәгән була, ә был йөндән бәйләнгән кейемдәр ошо процестсты көйләргә ярҙам итә ти белгестәр.
Рәмилә Исмәғилева



