Өфөлә «Санитар оборонаға әҙер» проекты сиктәрендә уҡыуҙар уҙа

Һәр кем беренсе ярҙам күрһәтә белергә тейеш. Ошондай девиз аҫтында республикала «Санитар оборонаға әҙер» проекты тормошҡа ашырыла. Ул төрлө йәрәхәттәр алған осраҡтарҙа беренсе ярҙам күрһәтә белеүҙе күҙ уңында тота. Уҡыуҙар Өфө медицина колледжы нигеҙендә лә үтә. Бында студенттарҙан тыш, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталыҡтарын күтәрә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йөрәк-үпкә реанимацияһына бағышланған дәрес. Медицина колледжы студенттары шартлы зыян күреүсенең күкрәгенә баҫып, ҡан әйләнешен һаҡларға тырыша.

Былтырҙан алып илдә «Санитар оборонаға әҙер» проекты ғәмәлгә ашырыла. Өфө медицина колледжы шунда уҡ проектҡа ҡушылып, уҡыуҙар үткәрә башлай. Атап әйткәндә, инструкторҙар әҙерләнә, улар үҙ сиратында халыҡҡа беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса дәрестәр үткәрә алыуға хоҡуҡлы. Бындай уҡыуҙарҙы тәү сиратта ҡотҡарыусылар, дауахана һәм поликлиника вәкилдәре үткән.

Төрлө тән йәрәхәте алғандарға, янғында һәм юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күргәндәргә беренсе ярҙам күрһәтеү һәм башҡалары. «Санитар оборонаға әҙер» проекты сиктәрендә колледж 7 мең тирәһе инструктор әҙерләгән, ә улар үҙ сиратында 100 меңгә яҡын кешене беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләренә өйрәткән. Был тәңгәлдә колледждың матди-техник базаһы ҙур ярҙам күрһәтә. Уны яҡшыртыу йәһәтенән республика хөкүмәте системалы эш алып бара.

Республикала һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыуҙың иң яҡшы практикалары индерелә, сифатлы практика тәьмин ителә. Интернет, интерактив уҡыу программалары, заманса тренажерҙар һәм симуляторҙар. Былар барыһы ла уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә һөҙөмтәле итә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ