Тәтешлелә мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» мәсете асылды

Тәтешле районында билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғарифулла Кейековтың иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» тип исемләнгән мәсет асылды. 1890 йылдарҙа ул ауылдаштары менән бергә мәҙрәсә һәм уның эргәһендәге шишмә сығанағын төҙөкләндергән булған. Халыҡ хәтерендә һаҡланған изге ғәмәл бөгөн йәнә тормошҡа ашырылды. Иҫке Күрҙем ауылында йәшәүселәр иман йортон асыуға йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иҫке Күрҙем ауылындағы яңы мәсеттең исеме осраҡлы һайланмаған. Ул күренекле мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейеков хөрмәтенә аталған. Иман йорто ауылдағы икенсе мәсет.

Әйткәндәй, мәсет төҙөү тәҡдимен Иҫке Күрҙем ауылында тыуып-үҫкән Зиниә Дәминева-Йосопова индерә. Ҡыҙғанысҡа, уның үҙенә яңы манара күтәрелеүен күрергә яҙмай. Тантаналы сара барышында ауылдаштары был изге эштең башында тороусы гүр эйәһенең исемен хөрмәтләп иҫкә алды.

Төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты, Тәтешле районы хакимиәте лә айырым билдәләне.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин халыҡҡа иман ныҡлығы теләп, беренсе йәмәғәт намаҙын уҙғарҙы.

Иҫке Күрҙем боронғо ауылдарҙың береһе. Бергәләп асылған иман йорто киләсәктә халыҡ йолаларын оноттормай, йәш быуынға матур тәрбиә биреүгә лә булышлыҡ итер тигән теләктә диндарҙар.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ