Уҙған төндә Башҡортостан автоинспекцияһының иҫкәртеү рейды барышында 42 иҫерек водитель туҡтатылған. Уларҙың өсәүһе рулгә эскән килеш ҡабат ултырыусылар, ун кеше быға тиклем үк водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Инспекторҙар мең ярымдан ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. Шулай уҡ тыйылған урындарҙа ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле, дүрт тиҫтәгә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының республика юлдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү рейды бөгөн дә дауам итә.



