Өфөлә мирауай судьяларҙың эш йомғаҡтары һәм киләсәк бурыстары тикшерелде

Өфөлә мирауай судьяларҙың һәм республиканың суд участкалары аппараты хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Ултырышта мирауай судьялар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар тикшерелде. Юл хәрәкәте өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәрҙе ҡарағанда, суд эштәрен алып барыу процесында килеп тыуған мәсьәләләр, ҡануниәттәге үҙгәрештәр,типик процессуаль хаталар тикшерелде, мирауай судтарҙы һанлаштырыу өлкәһендәге уңыштар барланды.

Граждандар хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауҙа мирауай судьялар мөһим роль уйнай. Улар үҙ ҡарарҙары менән ғәҙеллек тергеҙә, хоҡуҡи тотороҡлолоҡто һаҡлай, йәмғиәттә законлылыҡты тәьмин итә. Ултырышта һөнәр оҫталарына Хөкүмәт һәм ведомство наградалары ла тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ