Яңы үрҙәр яулау өсөн тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк. Альберт Камалов-фехтование буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 18 йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, аяғынан яҙа. Биш йыл тирәһе реабилитация үтеп, яңынан йәшәргә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә башлай. Әле фехтование буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр чемпион, паралимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Альбер Камалов менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Фехтование-эш тә, йәшәү рәүеше лә. Альберт Камалов-был спортҡа көтөлмәгәндә килә. Ағиҙел ҡалаһында тыуған егет бала саҡтан еңел атлетика һәм футбол менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе менән Өфөгә күсә, колледж һәм университетта белем ала. 2007 йылда Альберттың тормошо икегә бүленә-аварияға эләгеү һөҙөмтәһендә умыртҡа мейеһе зыян күрә һәм башҡаса аяғына баҫа алмай.
Маҡсатлы егеттең йәшәүгә, спорт менән шөғөлләнеүгә ынтылышы ҙур була. Күп тә үтмәй, башҡорт рапиристары төркөмөн тулыладынрып, тәүге ярыштарға йөрөй башлай.
Тәүге ҙур еңеүҙәр 2014 йылда килә. Әле ул бер нисә тапҡыр Европа, Донъя кубогы чемпионы исеменә лайыҡ булған, паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. Кубок һәм миҙалдарҙың теүәл һанын хәтерләмәйем дә, ти Альберт. Әйткәндәй, барлыҡ наградалар ғәҙәти булмаған урында-карауат аҫтында һаҡлана.
Әммә Альберт өсөн иң ҙур еңеү-Дилбәрҙең йөрәген яулау. Ҡыҙ шунда уҡ өйгә йәм, тормошҡа йән өрә, ярыштарҙан көтөп ала, һөнәре буйынса табип булғанға күрә дауалай ҙа. Бер йыл элек социаль селтәрҙә танышҡан пар, әле тормоштарының иң иҫтәлекле ваҡиғаһына әҙерләнә.
Әле Альберт Камалов былтыр Өфөлә асылған Фехтование үҙәген дә шөғөлләнә. Яңы бинала барлыҡ шарттар һәм уңайлыҡтар бар. Спортсы киләсәккә пландары менән дә бүлеште.
Һынауҙар кемделер һындырһа, Альбертты ҡоростай сыныҡтырған, көслөрәк иткән. Тормош ҡуйған ауырлыҡтарға бирешеү, яҙмышҡа үпкәләү урынына, замандашыбыҙ яңы үрҙәр яуларға һәм иң көслө спортсылар исемлегенә инеү юлын һайлаған.
Әлфинә Килдейәрова



