Өфө фән һәм технологиялар университетының Зоология музейы коллекцияһы мамонт һәм мөгөҙморондың һөйәк ҡалдыҡтары менән тулыланды. Экспонаттарҙы Кушнаренко районынан һыу аҫты һунарсыһы Вячеслав Мосунов тапшырған. Ағиҙел йылғаһында табылған палеонтология өлгөләрен тикшергән ғалимдар, уларға яҡынса 15 мең йыл булыуын асыҡлаған. Вячеслав Мосунов быға тиклем дә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында палентология матералдарына: мамонт менән мөгөҙморондоң тештәренә, һөйәктәренә юлыҡҡан булған. Улар ҙа музейҙарҙа һаҡлана.



