Октябрь дауамында барған Бөтә донъя күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы тамамланды

Быға бәйле Республика клиник онкология диспансерында ай дауамында шәмбе, ял көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрен тикшертте: күрһәтмәләр буйынса УЗИ, скрининг маммографияһы үтте. Һөт биҙҙәрен үҙҙаллы тикшереү алымдарын өйрәнде. «Алһыу таҫма» тип исемләнгән акцияһының төп маҡсаты-халыҡҡа күкрәк яман шеше сире проблемаһын, иҫкәртеү ысулдарын аңлатыу, ауырыуҙың иртә билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү.

Айлыҡ барышында пациенттарҙы республиканың алдынғы онкомаммологтары ҡабул итте. Статистик мәғлүмәттәргә килгәндә, йыл һайын республикала ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға яман шеш диагнозы ҡуйыла. Һуңғы йылдарҙа сирҙе иртә асыҡлау һәм үҙ ваҡытында дауалау ысулдары ыңғай һөҙөмтә бирә. Күкрәк яман яман шеше һирәк осраҡта ирҙәрҙә лә теркәлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ