Баймаҡ районының йәш белгестәре үҙҙәрен «Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында һынаны

Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән, йәш белгестәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған бәйге хаҡында киләһе яҙмала.

Район мәҙәниәт йортонда үткән «Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында барлығы 9 йәш белгес үҙен һынап ҡараны. Улар төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хәбәрсе, техник һәм башҡалар. Бәйге «Дефиле», «Сәләмләү», «Разминка», «Минең хобби», «Үҙ һөнәрем менән ғорурланам» этаптарынан торҙо.

Йәштәр комитеты тарафынан ойошторолған һәнәри конкурс йыл да райондың йәш белгестәре менән яҡындан таныштыра. Конкурсанттар үҙҙәренең һәләттәрен асты, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Ҡабатланмаҫ көслө энергияны конкурсанттар бәйге дауамында үҙ көйәрмәндәренән алды. Гран-при өсөн ярыш бик сәмле барҙы. Уға Ишбирҙе ауылы мәктәбенең уҡытыусы Гөлфиә Иҫәндәүләтова лайыҡ булды.

Анна Сиражетдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ