Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Төбәк башлығы ҡарары менән Азат Бадранов Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнһә, юғары уҡыу йортоноң элекке етәксеһе Данияр Абдрахманов хәҙер-республика башлығы ярҙамсыһы, тиҙҙән ул хакимиәттә эске сәйәсәт өсөн дә яуап бирәсәк. Шулай уҡ матбуғат хеҙмәтенә яңы етәксе раҫланды. Был вазифа Денис Ғәниевҡа йөкмәтелде, быға тиклем ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгәйне. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ла-яңы етәксе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йыл һайын уҙғарылып килгән тура линияның датаһын иғлан итте. Республикала йәшәүселәр һәм журналистар эфир барышында йә социаль селтәрҙәр аша төбәк етәксеһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала.
Әленән үк хәл ителергә тейеш мәсьәләләр ҙә бар. Атап әйткәндә, Туймазы ҡалаһында тәртип булдырыу бурысы ҡуйылды. Был эш өсөн урындағы хакимиәттән тыш, төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы ла яуаплы.
Башҡортостанда йәшәүселәр пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Был йәһәттән «112- ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары уңышлы файҙаланыла. Төбәк етәксеһе бындай сараларҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта система эшендә етешһеҙлектәр ҙә бар.
Оператив кәңәшмәлә янғын хәүефе миҙгеле тураһында ла һүҙ барҙы. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл тәбиғәт биләмәләрендә егерме ут сығыу осрағы теркәлгән. Уларҙың күп өлөшө яҙғы осорға тура килә. Бвл мәлдә һауанан да, ерҙә лә мониторинг уҙғарыла. Быйыл «Урман һаҡсыһы» системаһы ла көсәйтелеп, видеокүҙәтеү камераһы 22 гә еткән. Шулай уҡ уҡ пилотһыҙ авиация комплекстары, патруль алып барыу өсөн яңы техника-ҡорамалдар һатып алынған.
Мәктәп медицинаһын үҫтереүгә лә иғтибар ҙур. Оператив кәңәшмә барышында стоматология кабинеттары реновацияһына туҡталдылар. Бөгөн төбәктең белем усаҡтарында 255 ошондай кабинет бар, уларҙың 110-ы «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә булдырылған.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан йәштәре Пушкин картаһын сығарыу йәки яңынан эшләтеү буйынса ғариза яҙырға тейеш. Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, программаның яңы талаптары һәм ҡағиҙәләре барлыҡҡа килгән. Йәш быуын ихтыяждарын иҫәпкә алып, үҙгәрештәр ҙә индерелә. Әйтәйек, төбәктә Пушкин картаһы менән эшләгән мәҙәниәт ойошмалары исемлеге тағы ла киңәйтеләсәк.
Оператив кәңәшмә барыһында мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эш урындары менән тәьмин итеүҙе йәнләндереү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ Радий Хәбиров күп функциялы үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереү сифаты юғары булыуын билдәләп, күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбен арттырырға ҡушты.
Гөлназ Хәйбуллина




