Башҡортостан депутаттары рекультивация фонды булмаһа, лицензия бирмәүҙе тәҡдим итте

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары рекультивация уҙғарыу өсөн гарантия рәүешендә аҡса индерелмәйенсә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға рөхсәт биреүҙе тыйыу тураһындағы закон проектын тәҡдим иткән.

Йәғни, лицензия алыу өсөн, файҙалы ҡаҙылмалар менән файҙаланыусының рекультивация фондына аҡса индереүе шарт булып торасаҡ. Был аҡсалар Дәүләт банкында һаҡланасаҡ. Әгәр ҙә предприятиеның рекультивация фонды булдырыу өсөн аҡсаһы юҡ икән, тимәк, ул геологик разведка һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыу менән шөғөлләнә алмай. Проект авторҙары белдереүенсә, яңы документ Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төҙөлгән тотош файҙалы ҡаҙылмалар буйынса төбәк ведомство-ара комиссияһы командаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә эшмәкәрлекте яйға һалыуға Радий Хәбировтың шәхсән контроле бик күп һөҙөмтәле саралар күреү, шул иҫәптән ошо документты әҙерләү мөмкинлеге бирҙе, тип билдәләй закон сығарыусылар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ