Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна тирәһе ял иткән. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Салауат Юлаев батальоны-республика ғорурлығы булыуын билдәләне, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика етәкселеге һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, төбәктә 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, тине Ирек Сәғитов. Егеттәр хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустарында бара. Транспорт республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса махсус бүленә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ