Бөгөн Ғафури районында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды. «Красноусол» шифаханаһы базаһында уҙғарылған икенсе модулдә ҡатнашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
«Башҡортостан геройҙары» программаһында ете тиҫтәнән ашыу махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙары ҡатнаша. Хәрби тәжрибәһе булған ир-уҙамандар кадрҙар программаһының икенсе модулендә ҡаралған белемде «Красноусол» шифаханаһы базаһында ала.Модулде асыу тантанаһында уҡыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса Идаралығы етәксеһе Татьяна Саенко сәләмләне.
Программала ҡатнашыусылар төбәк иҡтисады һәм финанс темаларын төплө өйрәнәсәк, республиканы үҫтереүҙә ниндәй ҡарарҙар ярҙам итеүе һәм ресурстарҙы дөрөҫ планлаштырыу, идара итеү алымдары тураһында белемен камиллаштырасаҡ.
Тыңлаусыларҙың белемгә ынтылышы көслө. Улар алдан һайлап алыу конкурс һынауын уңышлы үтә, алдына ниндәй бурыс ҡуйыуҙарын тураһында эссе яҙа. Маҡсаттары иҡтисадты һәм республиканың төрлө өлкәләрен үҫтереүгә ярҙам итеү өсөн яңы белемгә эйә булыу.
Бер нисә көн дауамында ир-егеттәр иҡтисад һәм финанс мәсьәләләренә арналған бай белем биреү программаһын өйрәнәсәк. Икенсе модулдә ҡатнашыусылар заман талаптарына һәм шарттарына яраҡлаштырылған үҙидара компетенцияларын үҙләштерә. Икенсе модулдең мөһим этабы, беренсеһенеке кеүек үк, республиканың дәүләт, муниципаль ойошмаларында һәм предприятиеларында стажировка үтеү, унда программа геройҙары алған күнекмәләрен ғәмәлдә нығытасаҡ.
Гүзәл Борханова



