Сәхнә әҫәре Берҙәм Рәсәй партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Кескәй тамашасыларҙы ниндәй тамаша көтә? Яуапты БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева эҙләне.
Сәхнә декорациялары, костюмдар нисек була.. Был ижади эш өсөн театрҙың баш рәссамы Светлана Степанова яуаплы. Театрҙың креатив студияһы рәссамдары эшләгән һүрәттәр буйынса ҡурсаҡтар һәм һәм костюмдар тегелгән. Мюзиклда видеопроекция ла буласаҡ. Видео ысынбарлыҡтан айырылмаһын өсөн 3 д рәссамға тырышырға тура килә.
Ҡурсаҡтарҙың йәнле килеп сығыуы-үҙ эшен яҡшы белгән рәссам-бутафорҙарҙың ижады. Людмила Прохорова бында 30 йыл элек эшләп киткән. Яңыраҡ яратҡан һөнәренә кире ҡайтҡан.
Был бүлмәлә иһә оҫталар костюмдар тегә. Ике роль өсөн генә күлдәк тегәһе ҡалған. Театр яңыртылғандан һуң тегенселәр өсөн дә бөтә шарттар бар.
Сәхнәнең заманса биҙәлеше, актерҙарҙың оҫта уйнауы, «йәнле» ҡурсаҡтар һәм йыр- моң.. Мюзикл ике ай эсендә әҙерләнгән. Премьера алдынан һуңғы репетициялар бара.
Александр Пушкиндың әҫәре сәхнәлә заманса сағылыш табасаҡ. Бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала-тик ысын мөхәббәт кенә һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы һәм яуызлыҡты еңеп сыға ала. 31 октябрҙә тамашасылар быға үҙҙәре лә инанасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева




