Дүртөйлө курсанты яугирҙарҙы хәстәрләй

Ҡазан Суворов хәрби училищеһында уҡыған Арсен Гәрәев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылау туплаған.  Уға атаһы Винарис һәм ҡустыһы Динар ярҙам иткән. Арсен һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡтарҙы шәхси аҡсаһына әҙерләгән. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Район халҡы исеменән Арсенға рәхмәт еткерәм. Уға уҡыуында уңыштар теләйем. Ул лайыҡлы офицер һәм беҙҙең ғорурлығыбыҙ буласаҡ. Быға һис кенә лә шикләнмәйем. Рәсәй киләсәге Ошондай йәш патриоттар ҡулында”, - тип яҙған Риф Йосопов.

Фото №1 - Дүртөйлө курсанты яугирҙарҙы хәстәрләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ