Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны хеҙмәт иткән 57-се мотоуҡсылар полкына «гвардия» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 57-се мотоуҡсылар полкы яу яланында күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлығы өсөн юғары хөрмәткә лайыҡ булды һәм был тулыһынса беҙҙең яугирҙарға ла ҡағыла, ти яҙған социаль селтәрҙәрҙә
Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Александр Доставалов исемендәге батальон беҙҙең тәүге һәм иң хәрби подразделениеларҙың береһе. Уның яугирҙары-республика һәм ил ғорурлығы. Батальонда хеҙмәт иткән егеттәрҙе һәм ветерандарҙы ҡотлайым. Тыуған илде яҡлап һәләк булғандар мәңге хәтерҙә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тигән Башҡортостан башлығы.



