Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ирекмәндәр менән осрашты

Бейбаҡты ауылының «Иман» мәсетенә өс яугир килде, улар ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ике йылдан ашыу ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, костюмдар тегә, окоп шәмдәре етештерә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә сәксәк бешереп, йөн ойоҡбаштар бәйләп оҙата.

Осрашыуҙа «Бергәләп беҙ көс» ирекмәндәр штабы етәксеһе Айгөл Фәхретдинова ойошманың барлыҡҡа килеү тарихы, сығарылған продукция хаҡында һөйләне. Ике йылдан ашыу ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙары «Иман» мәсетенә йыйылып, яугирҙар өсөн гуманирар ярҙам әҙерләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ