Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң Һәйтәк ауылында уттар янды

Балтас районы Һәйтәк ауылы урамдарында төнгө сәғәттәрҙә лә яҡты. Зәүҡиә менән Рәлиф Әҡсәновтар ейәненең республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәтенән һуң ауылда уңайлы мөхит булдырыла. Электр бағаналары яҡтыртыла. Тораҡ пункт тормошондағы ыңғай үҙгәреш хаҡында киләһе яҙмала.

Зәүҡиә менән Рәлиф Әҡсәновтар Балтас районы Һәйтәк ауылында алты тиҫтә йылдан ашыу ғүмер итә. Өс балаға ғүмер биреп оло тормош юлына сығарған. Рәлиф Әҡсән улы ғүмере буйы колхозда комбайнер булған, ә Зәүҡиә Ғәтин ҡыҙы башта фермала, һуңынан төҙөлөштә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уларҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары ла Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарына тура килә. Өлкән йәштәге был йорт хужаларының күреү һәләте насарайыу арҡаһында мөмккинлектәре сикле. Ололарҙы берҙән -бер мәсьлә электр бағанаһында ут булмауы борсоған.

Әҡсәновтарҙың ейәне Динар Нәбиевтың Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәтенән һуң Һәйтәк ауылы урамдары етди үҙгәрештәр кисерә. Ауылдың абруйлы ғаиләһе йорто алдында ла электр уты ҡабына. Был күреү буйынса икенсе төркөм инвалидтарының йәшәү сифатына ла яҡшы йоғонто яһай.

Урамдарҙы яҡтыртыу ауыл инфраструктураһын яҡшыртыуҙа мөһим аҙым. Бөтә урамдарҙа ла яңы фонарҙар балҡый. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренең йорттары алдын яҡтыртыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә.

Был миҫал Республика башлығына бер мөрәжәғәттең тотош тораҡ пункттың тормошонда ыңғай үҙгәрештәргә килтереүен күрһәтә.

Һәйтәк ауылында электр бағаналарында ут тоҡанғандан һуң ауылға йәнлелек инә, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында көнкүреш йәрәхәттәре кәмей, халыҡтың кәйефе күтәрелә.

Был йортта күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән Зәүҡиә һәм Рәлиф Әҡсәновтар ғүмер итә. Улар үтенесе буйынса ейәндәре Динар Нәбиевтың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа урамға яҡтылыҡ үткәреү юуйынса мөрәжәғәте ыңғай хәл ителгән. Электр бағаналарында ут ҡабыныуы Әҡсәновтар тормошондағы иң ҡыуаныслы ваҡиға.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ