Башҡортостанда сәнәғәт үҫешә: 60 млрд һум инвестициялар һәм 4 мең яңы эш урыны

Яҡынса 60 млрд һумлыҡ инвестициялар һәм 4 меңдән ашыу яңы эш урыны. 2017 йылдан алып Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә төбәктә 202 проект тормошҡа ашырылған. Әйтәйек, Өфө районындағы предприятиеларҙың береһе ярҙам сараларын ҡулланғандан һуң телекоммуникациялар, автоматлаштырыу һәм электрификация өсөн тәғәйенләнгән металл корпус һәм шкафтар производствоһын дүрт тапҡырға арттырасаҡ. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә эшләгән компания эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Рәсәйҙә етештерелгән заманса станок ярҙамында металл автоматик рәүештә ҡырҡыла. Оператор технологик процесс өсөн генә яуаплы. Өфө районындағы предприятие корпустар производствоһына ҡулайлашҡан. Урында уҡ заказ биреүсе һорауын иҫәпкә алып, шкафтар электр сымдары һәм датчиктар үткәрелә.

Калининградтан Владивостокҡа тиклем-предприятиела етештерелгән продукцияға ихтыяж юғары. Машиналар төҙөү заводтары, яғыулыҡ-энергетика комплексы, телекоммуникациялар, айти-инфраструктура өсөн тәғәйенләнгән металл корпустар дүрт йыл эсендә үҙ ҡулланыусыларын тапҡан. Ҡаҙағстанда ла улар ҙур һорау менән файҙаланыла.

Йыл ярым дауамында предприятие биләмәһендә күләмле төҙөлөш эштәре лә алып барылған. Яңы корпустың майҙаны 5000 квадрат метр. Объект сафҡа индерелеү менән, продукцияны йыйыу һәм һаҡлау өсөн өҫтәмә урындар барлыҡҡа киләсәк, ә етештереү ҡеүәте дүрт тапҡырға артып, айына ике мең шкафҡа тиклем етә.

Продукция ассортименты киңәйтеләсәк, ә иң мөһиме-хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу ҡаралған. Күләмле инвестиция проектты импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән. Санкцияларға тиклем ошондай корпустар башлыса сит илдән килтерелһә, хәҙер үҙебеҙҙә-Башҡортостан ерендә лә ҙур күләмдә сығарыла.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 650 миллион һум тәшкил итте, корпус төҙөүҙән тыш, заманса ҡорамалдар ҙа һатып алынды. Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Банктан льготалы ипотека менән файҙаландыҡ. Проект өҫтөнлөклөләр иҫәбендә, шуға күрә өҫтәмә ярҙам саралары, һалым буйынса льготалар ҙа булды.

Александр Селиванец, предприятиеның техник директоры

Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларҙың үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтә. Дөйөм алғанда, төбәктең 25 муниципалитетындағы инвестиция проекттары льготалы финанслау алған. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Туймазы районы хупланған проекттар буйынса лидерҙар исемлегендә. Ябай булмаған осорҙа ла республика предприятиелары иҡтисадты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Быйыл да төбәктең сәнәғәтте үҫтереү фонды сәнәғәт проекттарына ярҙам күрһәтеү, кластерҙарҙы үҫтереү йүнәлешендә уңышлы эшләй. Финанс программаларҙы, ярҙам сараларын тағы ла камиллаштырыу ҡаралған. Өфө районындағы предприятиеға килгәндә, яңы корпусы ноябрҙә сафҡа индерелә. Етештереү ҡеүәте бермә-бер артасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ