Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлә

Ике мең квадрат метрлыҡ яңы объект Затон биҫтәһендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында төҙөлә. 150 тамашасыға иҫәпләнгән спорт залы, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, күнекмә бүлмәләре, административ һәм ярҙамсы биналар урынлаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала спортты үҫтереүгә, йәштәрҙе уның менән таныштырыуға ҙур урын бирелеүен билдәләне.

Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлә

Башҡортостанда өҫтәл теннисы менән 25 мең кеше шөғөлләнә. 1990 йылдан алып Рәсәйҙең 11 спорт мастеры, 400-ҙән ашыу спорт мастерлығына кандидат, төрлө категориялағы 12 мең спортсы әҙерләнгән.

Рәсәй Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты һәм Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Башҡортостан етәкселегенә уртаҡ башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлә

Сара барышында махсус арт-объектҡа ваҡыт капсулаһы урынлаштырылды. Буласаҡ спортсыларға мөрәжәғәтте “Ватан һаҡсылары” кубогы чемпионы Владимир Егоров һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Ольга Байраҡова уҡыны.

Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлә

Тантана барышында Башҡортостан менән Рәсәй өҫтәл теннисы федерацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ өҫтәл теннисын республикала төп спорт төрө булараҡ үҫтереү, халыҡтың һаулығын нығытыу өсөн шарттар булдырыу, спортсылар резервын һәм юғары спорт оҫталығы мәктәбен әҙерләүҙә булышлыҡ итеү, илдең инфраструктураһын нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Ирек Әхмәтшин. “Юлдаш” радиоһы.

Фото №1 - Өфөлә Өҫтәл теннисы үҙәге төҙөлә
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ