Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Именлек Советы секретары Сергей Шойгу Түбәнге Новгородта үткәрҙе. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре йыйылды.
Фекер алышыу барышында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, яғыулыҡ-энергетика һәм сәнәғәт комплексы объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Оборона-сәнәғәт предприятиелары, Волга буйы федераль округының энергетика объекттары һөжүмдәр өсөн төп маҡсатҡа әйләнә, тине Именлек советы секретары. Был хәүефте бөтөрөү буйынса әүҙем эш федераль кимәлдә лә, үҙ башланғыстарын индергән төбәктәрҙә лә алып барыла.




